10 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2014 йыл, 15:40

Төбәктә шартлы мал башына иҫәптә 30-ҙан ашыу центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Башҡортостандың туғыҙ районы аграрийҙары мал башына иҫәптә 30 һәм унан артығыраҡ центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләгән. Мал аҙығы туплау буйынса Яңауыл районы лидерлыҡ итә, унда 36,5-шар центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Артабан 34,4 центнер һөҙөмтәһе менән Саҡмағош районы килә; Краснокама районы 32,2-шәр центнер әҙерләгән. Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондары 32-шәр, Федоровка – 31,1; Хәйбулла — 30,9; Архангель райондары 30,4-шәр центнер мал аҙығы берәмеге туплаған. Лидерҙар исемлеген Нуриман районы йомғаҡлай, уның запастары 30-шар центнер мал аҙығы берәмеге тәшкил итә.

Республика буйынса шартлы мал башына иҫәптә 26,5-шәр центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.