8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2014 йыл, 10:59

«Уңайлы мөхит» дәүләт программаһының срогы 2020 йылға тиклем оҙайтылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһының ғәмәлгә ашырыу срогы 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Алдан уның ғәмәлгә ашырылыуы 2015 йылда тамамланырға тейеш ине.

Был ҡарар артабан да инвалидтар һәм башҡа аҙ мобилле халыҡ төркөмө өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы тәьмин итә аласаҡ.

Документ 2013 йылдың 25 июнендә инвалидтарҙың физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүен һәм паралимпия, сурдлимпия спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса кәңәшмә йомғаҡтары буйынса, шулай уҡ 2014 йылдың 7 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағында Социаль өлкәлә попечителлек мәсьәләләре буйынса Совет ултырышының һөҙөмтәһе буйынса Хеҙмәт министрлығы тарафынан әҙерләнгән.

2011-2020 «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы проекты РФ Хөкүмәтенә 2015 йылдың 20 майына тиклем индереләсәк.

темалар: уңайлы мөхит