8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2014 йыл, 8:42

Рөстәм Хәмитов Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Сеславинский менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ (Роспечать) етәксеһе Михаил Сеславинский менән осрашты. Өфөгә ведомство башлығы киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға XIII «Рәсәй патриоты-2014» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу өсөн килгәйне. Осрашыу барышында яҡтар конкурс һөҙөмтәләрен, шулай уҡ республикала алдағы Әҙәбиәт йылын үткәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов Михаил Сеславинскийға конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын үткәреү урыны итеп Өфөнө һайлағандары өсөн рәхмәт әйтте.

— Беҙҙең өсөн был бөтә яҡтан ҡарағанда ла бик мөһим: хеҙмәттәштәребеҙ Һеҙҙең башҡарған эшегеҙҙе ҡараясаҡ, артабан был тәжрибәне үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ. Һеҙҙең менән бөтә йүнәлештәр буйынса ентекләберәк, төплөрәк эшләргә теләйбеҙ. Беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ, – тине республика башлығы.

Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ башлығының һөйләүе буйынса, «Рәсәй патриоты» конкурсында ҡатнашыу буйынса Башҡортостан Республикаһы федераль киң мәғлүмәт сараларынан һуң лидер булып тора. Быйыл финалға 32 киң мәғлүмәт сараһы сыҡты.

— Республика менән хеҙмәттәшлек саралар уҙғарыу йүнәлеше буйынса ғына бармай. Телевидение һәм республика гәзиттәренең социаль әһәмиәтле программаларына әүҙем ярҙам итәбеҙ. 2014 йылдың 1 сентябренә ҡарата 11 матбуғат сараһы өсөн 2,8 миллион һумдан ашыу дәүләт субсидияһы бүленгән, уларҙың 10-һы милли телдәрҙә сыға. Ул, тәү сиратта, балалар баҫмалары – «Аманат», «Аҡбуҙат» һәм башҡалар, шулай уҡ өлкән быуын вәкилдәре өсөн «Ветеран Башкортостана» гәзите, – тип хәбәр итте Михаил Сеславинский.

«Рәсәй патриоты» конкурсының әһәмиәте тураһында һөйләгәндә, федераль ведомство етәксеһе «ул илһөйәрлек темаһы менән шөғөлләнеүсе күпселек матбуғат һәм электрон киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн әхлаҡи булышлыҡ», тип билдәләне.

— Ысынында иһә ул төрлө ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе кешеләр тураһында, ватанға һөйөү хаҡында бер төркөм программалар. Был һәр кешегә аңлайышлы гуманитар, йылы тема. Ошо тематикаға арналған ғаилә тапшырыуҙары, мәҡәләләр тамашасыларҙа ла, уҡыусыларҙа ла ихтыяж менән файҙалана, – тип билдәләне Михаил Сеславинский.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға «Рәсәй патриоты» конкурсы 2003 йылдан алып уҙғарыла. Быйыл конкурстың федераль этабында Рәсәй Федерацияһының 69 субъектынан 525 киң мәғлүмәт сараһынан 3322 эш ҡатнаша. «Минең Рәсәй», «Ватанға хеҙмәт итәм», «Нимәнән башлана Ватан», «Беҙ – рәсәйлеләр!», «Йәш Рәсәй» һәм башҡа номинацияларҙа бүләкләүгә Рәсәй Федерацияһының утыҙ субъектынан алтмыштан ашыу киң мәғлүмәт сараһы авторы һәм авторҙар коллективы күрһәтелә.

Рөстәм Хәмитов менән Михаил Сеславинский шулай уҡ 2015 йылда Башҡортостанда Әҙәбиәт йылын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙеләр.