8 декабрь, Кесе йома

29 октябрь 2014 йыл, 17:29

Өфөлә электр транспортында юл йөрөү хаҡы артасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Өфөлә электр транспортында юл йөрөү хаҡы артасаҡ. Трамвай һәм троллейбуста билет хаҡы элекке 12 һум урынына 15 һум торасаҡ. Бының хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Электрон пластик картаһы менән түләгәндә юл хаҡы 12 һум (9 һум ине) тәшкил итәсәк. Карта менән әүҙем ҡулланыусыларға төрлө тариф пландары тәҡдим ителәсәк, улар юл хаҡын элекке кимәлдә һаҡларға, ә ҡайһы бер осраҡта – хатта уны кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Бындай сара граждандарҙы ҡул аҡсаһыҙ түләү формаһына күсергә дәртләндереү өсөн ҡабул ителәсәк. Пенсионерҙар, федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ташлама алыусылар өсөн социаль пластик карта буйынса йөрөү хаҡы 6 һум, студенттар өсөн – 8 һум, мәктәп уҡыусыһы өсөн 5 һум торасаҡ. Багаж хаҡы элекке 7 һум урынына 9 һум һум күләмендә билдәләнгән.

Электр транспортында юл йөрөү хаҡы һуңғы тапҡыр 2013 йылдың 1 ғинуарында артҡайны.

Юл йөрөүгә яңы хаҡтарҙы индереү ваҡыты һуңыраҡ иғлан ителәсәк.