Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика башлығы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

29 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 50 алдынғы сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш комплексы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәре маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары, ордендар менән билдәләнде.

Наградаларҙы тапшырып, Рөстәм Хәмитов залда йыйылғандарҙы яҡынлашып килгән байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы һәм бик яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Һеҙ был наградаларға: маҡтаулы исемдәргә, ордендарға, миҙалдарға лайыҡлы. Һеҙ – ысын хеҙмәтсәндәр, яҡшы һәм уңышлы эшләүсе кешеләр, — тип билдәләне республика башлығы.

Бүләкләнеүселәрҙең исемлеге менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть