10 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2014 йыл, 12:46

Башҡортостан Президенты республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иң яҡшы белгестәрҙе республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

«БР атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейы директоры Ирэна Сидорова лайыҡ булды.

«БР атҡаҙанған юрисы» исеме Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Мәсетле районы бүлеге начальнигы — өлкән суд приставы Илдар Шәйәхмәтовҡа бирелде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Республика башлығының икенсе указы менән Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы менән Дүртөйлө ҡалаһының «Коммунальник» предприятиеһы водителе Илфат Зәйнетдинов, Дүртөйлө районының «Прогресс+» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Виктор Зинин, шулай уҡ башҡарыусы суд приставтары Татьяна Александрова, Луиза Дәүләтшина, Ренат Кәримов, Лариса Семенченко, Зөлфирә Шәрәфуллина һәм Салауат Яҡупов бүләкләнделәр.