4 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2014 йыл, 11:50

«Шоңҡар» республика йәштәр журналы яҙылыу эстафетаһын уҙғара

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан «Шоңҡар» журналы «Бөтә ил менән — «Шоңҡар»ға!» эстафетаһын уҙғара. Яҙылыу кампанияһына арналған, эстафетаның шарттары буйынса тәүлек әйләнәһенә баҫмаға яҙылырға һәм уны артабан тапшырырға кәрәк, сылбырҙы өҙөргә ярамай.

Журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин эстафетаны башлап уны БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакироваға, Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәшит Монасиповҡа һәм шағирә Лариса Абдуллинаға тапшырҙы. Мауыҡтырғыс уйынға билдәле шағир Әхмәр Үтәбай, Милли йәштәр театры актеры Венера Камалов, бөтә республиканан яҙыусылар, журналистар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусылары, мәктәп уҡытыусылары, ябай ауыл халҡы ҡушылды. Улар бер-береһенә эстафетаны тапшыра, яҙылыу мәлен фотоға йәки видеоға төшөрөп уны социаль селтәрҙә урынлаштыра.

— «Шоңҡар» журналы үҙенең «Заман менән бергә атлап» тигән төп девизына эйәрергә тырыша. Шуға күрә хәҙер модала булған эстафета форматын ҡулланабыҙ. «Рухи сылбырыбыҙ» ярҙамында бер аҙна эсендә 60-70-ләгән кеше яҙылды. Был республиканың бер районы яҙылыусылары иҫәбе менән сағыштырырлыҡ бик яҡшы һөҙөмтә, — тип һөйләне баҫманың баш мөхәррире урынбаҫары Илшат Зарипов.

Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – журналдың рәсми сайтында йәки «Бәйләнештә»ге төркөмдә.