8 декабрь, Кесе йома

29 октябрь 2014 йыл, 11:15

Өфөнөң ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлеге графикка ярашлы бара

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 28 октябрҙә Өфөгә тикшереү сәфәре менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков етәкселегендә 2014 —2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә Рәсәйҙең рәйеслеген әҙерләү һәм тәьмин итеү буйынса федераль ойоштороу комитетының эшсе төркөмө булды.

Уның составына РФ Президенты советнигы Антон Кобяков, РФ Президентының Протокол идаралығы начальнигы Владимир Китаев инә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә ойоштороу комитеты етәкселәре халыҡ-ара саммиттарын уҙғарыуҙа йәлеп ителәсәк инфраструктура объекттарын ҡараны.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында халыҡ-ара терминалы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә, периметр буйлап ҡойманы яңыртыу һәм аэродромдағы эштәр аҙағына яҡынлаша. Төҙөлөш-ремонт эштәре бында ағымдағы йылдың декабрендә тамамланасаҡ, аэропорт 2015 йылдың февралендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Артабан эшсе төркөм вәкилдәре Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары, күҙәтеүселәре булған дәүләт башлыҡтары, БРИКС илдәре лидерҙары, саҡырылған дәүләттәр, халыҡ-ара ойошмалар делегациялары етәкселәре, оҙатыусы кешеләр йәшәйәсәк төҙөлөүсе яңы ҡунаҡханаларҙы ҡараны.

Цюрупа һәм Вәлиди урамдары киҫелешендә «Sheraton» ҡунаҡханаһы төҙөлөп бөтөп килә. Уның дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метр. Бында 162 бүлмә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

«Ҡарауанһарай» комплексы эргәһендә «Holiday Inn» ҡунаҡханаһы төҙөлә. Ете ҡатлы бинала 193 бүлмә буласаҡ. Бөтә эштәр быйыл декабрҙә тамамланырға тейеш. Әле отель персоналы тупланған, буласаҡ хеҙмәткәрҙәр ҡунаҡтарҙы юғары халыҡ-ара кимәлдә ҡабул итеү өсөн уҡыйҙар һәм квалификацияларын күтәрәләр.

Гоголь урамы, 72 адресы буйынса 90 бүлмәлек ҡунаҡхана төҙөлөшө бара. Ә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында төкөтмә һалынып бөтөп килә. Һигеҙ ҡатлы бинала 6,7 мең квадрат метр майҙанда 74 бүлмә буласаҡ. Бер үк ваҡытта элекке ҡунаҡхана бинаһына ремонт эшләнә. Эштәр 2015 йылдың майында тамамланырға тейеш.

Аксаков, Түбә урамдары һәм Скворцов тыҡрығы киҫелешендә Башҡорт дәүләт университеты менән йәнәш «Hilton» ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө тамамлана. Уның дөйөм майҙаны 47 мең квадрат метрҙан ашыу, бында 108 бүлмә урынлашасаҡ. Рөстәм Хәмитов менән Юрий Ушаков лифтта етенсе ҡатҡа күтәрелделәр. Унда саммитта ҡатнашыусы илдәрҙең береһенең делегацияһы йәшәйәсәк. Төҙөүсе ойошма вәкилдәре хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә ҡунаҡхана тулыһынса әҙер тиерлек, бөтә эштәр быйыл декабрҙә тамамланасаҡ. Әлеге ваҡытта администрация структураһы ойошторолған, персоналды уҡытыу һәм йыйып алыу дауам итә.

Ойоштороу комитеты етәкселәре шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын ҡараны, бында БРИКС саммиттары ҡатнашыусылары хөрмәтенә концерт программаһы менән ҡабул итеүҙе уҙғарыу планлаштырыла. Объектта бөтә эштәр ҙә тиерлек тулы күләмдә үтәлгән. Хәҙер ҡорамалдар монтажлана, эргә-тирәләге территория төҙөкләндерелә, биҙәү эштәре тамамлана.

ШОС һәм БРИКС илдәренең төп саралары уҙасаҡ Өфөнөң Конгресс-холынды бүлмәләр бүлеү, эске инженер системаларын монтажлау, бинаның алғы яғын яңыртыу, Халыҡ-ара матбуғат үҙәге өсөн тышҡы селтәрҙәр һалыу тамамлана.

Бөтә объекттарҙа ла эштәр раҫланған графикка ярашлы бара. Дөйөм алғанда Рәсәй Президенты Хакимиәте вәкилдәре күргәндән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерҙе, объекттарҙың әҙерлек кимәле көтөлгән өмөттәргә тап килә. Артабан да графикка ярашлы эшләргә һәм эштәрҙең үтәлешен ныҡ контролдә тоторға кәрәклеген билдәләне улар.

— Рәсәйҙә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын үткәреү өсөн, моғайын,  Өфөнән дә яраҡлыраҡ урын юҡтыр. Ҡатнашыусы илдәрҙең делегацияларын иң юғары кимәлдә ҡабул итәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

темалар: ШОС һәм БРИКС