9 декабрь, Йома

29 октябрь 2014 йыл, 9:58

Баш ҡалала «Медицина-2014» XXIII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды

фото: Олег Яровиков | видео: Ренат Искужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Медицина-2014» XXIII халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды. Экспозиция сараһы халыҡ-ара ҡатнашлығында медицина форумы сиктәрендә уҙа. Күргәҙмә ойоштороусылары – «БашЭкспо», БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, «Медтехника» предприятиеһы.

«Медицина» форумының төп үҙенсәлеге ғилемде, етештереүселәрҙе, поставкалаусыларҙы һәм ҡулланыусыларҙы берләштереүсе берҙәм киңлек булдырыуҙа. Бында илебеҙ һәм сит ил медицинаһының иң яҡшы традициялары һәм ҡаҙаныштары күрһәтелә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау тармағында яңы технологияларҙы үҫтереү өсөн перспективалар асыла.

Күргәҙмәлә үҙ экспозицияларын Рәсәй медицина предприятиелары ғына түгел, ә АҠШ, Германия, Швейцария, Ҡытай тармаҡ фирмаларының вәкиллектәре – йәмғеһе 130-ҙан ашыу экспонент тәҡдим итә.

«Медицина-2014» күргәҙмәһендә лаборатор һәм хирургия ҡорамалдары, диагностик приборҙар, фармацевтика продукттары, ортопедия изделиелары, тыңлау һәм массаж аппараттары, глюкометрҙар һәм ингаляторҙар, санитария һәм гигиена саралары, дауалау косметикаһы, оптика күрһәтелгән. Киң файҙаланыу өсөн күргәҙмәгә үҙ продукцияһын Мәскәү, Елатьма, Һамар һәм башҡа ҡалалар компаниялары, Рәсәй етештереүселәре һәм Өфөнән, Санкт-Петербургтан, Екатеринбургтан, Ҡазандан, Красногорскиҙан эре дистрибьютерҙар килтергән. Күргәҙмәнең «Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерле булыу» махсус проектына мәғлүмәти-презентация сараһы ингән. Ҡатнашыусыларҙың стендттарында һәр кем үҙ һаулығын һаҡлау һәм ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса квалификациялы консультация ала, өйҙә ҡулланыу өсөн медицина приборҙары һайлай аласаҡ.

— Йылдан-йыл күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың иҫәбе арта бара, яңы дуҫтарыбыҙ барлыҡҡа килә, республикаға килтереп медицинала үҙләштерергә мөмкин булған донъялағы яңы нәмәләрҙе күрәбеҙ, — тип билдәләне, күргәҙмәне асып, БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Александр Афанасьев. — Ғалимдар беҙгә фекер алышыу өсөн килә, күргәҙмәлә республикала булған технологиялар күрһәтелә, улар Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн дә ҡыҙыҡлы булыуы бар. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, илдә һәм донъяла нимәләр эшләүҙәре тураһында мәғлүмәт ала алабыҙ һәм республикабыҙ пациенттары өсөн бөтә яңыны һәм алдынғыны үҙләштерергә тырышабыҙ.

«Медицина-2014» күргәҙмәһе Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында 30 октябргә тиклем эшләйәсәк. Махсуслаштырылған медицина форумы сиктәрендә Мәскәүҙең, Новосибирскиҙың, Санкт-Петербургтың, Смоленскиҙың, Өфөнөң вәкилдәре һәм алдынғы белгестәре ҡатнашлығында 17 республика конференцияһы уҙасаҡ. 28,29 һәм 30 октябрҙә күргәҙмә павильоны бинаһында Рәсәй медицина компаниялары оҫталыҡ кластары ойоштора.