8 декабрь, Кесе йома

29 октябрь 2014 йыл, 8:52

Хәйбулла районын Раил Ибраһимов етәкләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Хәйбулла районы Советы контракт буйынса Раил Ибраһимовты район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Раил Хазморат улы Ибраһимов 1957 йылдың 12 майында Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Төрлө йылдарҙа «Һаҡмар» колхозында эшсе, аҙаҡтан баш иҡтисадсы, район үҫемлектәр һағы станцияһы начальнигы, Хәйбулла районы халыҡ контроле комитеты инспекторы, КПСС-тың Хәйбулла район комитеты бүлеге мөдире, Аҡъяр совхозы партия комитеты секретары, район Советының план комиссияһы рәйесе, милек менән идара итеү буйынса район комитеты рәйесе, Ауыл хужалығы идаралығы баш иҡтисадсыһы, «Аҡъярһөт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, «Землемер» муниципаль унитар предприятиеһы директоры, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте байыҡтырыу фабрикаһы начальнигының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларын биләй, 2012 йылдың сентябрендә район башлығы итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдың сентябренән алып әлеге тиклем хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.