4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2014 йыл, 17:32

Башҡортостанда президент шыршыһы 22 декабрҙә үтәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2015 йылды байрам итеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләне.

Документҡа ярашлы президент шыршыһы 22 декабрҙә үтәсәк. Уға ғәҙәттәгесә уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, төрлө фестиваль лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, республика төбәктәренән күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар саҡырыла. Улар өсөн «Салют» шифаханаһында өс көнлөк ял ойоштороласаҡ. Президент шыршыһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яңы йыл бүләктәре тапшырыласаҡ. Уларҙы шулай уҡ биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙән булған балалар аласаҡ.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә профсоюз һәм башҡа йәмәғәт берләшмәләре менән берлектә үҙҙәренең территорияларында театрлаштырылған байрам тамашалары, карнавалдар һәм башҡа яңы йыл саралары уҙғарырға ҡушылған.