Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сәнғәт төнөндә Рафаэль Ҡадировтың шәхси күргәҙмәһе асыласаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

3 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «Сәнғәт төнө» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә тантаналы рәүештә рәссам Рафаэль Ҡадировтың «Күңел ҡылдары» күргәҙмәһе асыласаҡ. Килеүселәрҙең иғтибарына 20-нән ашыу эш тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәнең асылыуы Урта махсус музыка колледжының I курс студенты, Дельфий уйындары призеры, йәш скрипкасы Анастасия Мамяшеваның сығышы менән оҙатыласаҡ.

Рафаэль Ҡадиров – башҡорт рәссамы, график, Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ рәссамы. Республика, бөтә Рәсәй һәм бөтә Союз, зона, төбәк, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Ижади багажында – 30-ҙан ашыу шәхси күргәҙмә, шул иҫәптән биш сит ил күргәҙмәһе. 60-тан ашыу һүрәте РФ 15 дәүләт музейында һәм картина галереяһында һаҡлана. 150-ләгән эше – Башҡортостандың төрлө учреждениеларында һәм йөҙҙән ашыуы – Испанияла, Францияла, АҠШ-ла, Австрияла, Германияла, Израилдә, Канадала, Италияла шәхси йыйылмаларҙа.

Күргәҙмәне Өфө ҡалаһы Совет урамы, 14 адресы буйынса ҡарарға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 272-32-54.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть