8 декабрь, Кесе йома

28 октябрь 2014 йыл, 16:13

Башҡортостан Тажикстандың Хатлон өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Мәскәүҙә, «Рәсәй — Тажикстан: төбәк-ара хеҙмәттәшлек потенциалы» IV Парламент-ара форумдың пленар ултырышы сиктәрендә Рәсәй һәм Тажикстан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Тажикстандың Хатлон өлкәһе Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

— Бөгөн Рәсәй Федерацияһының алтмыштан ашыу субъекты теге йәки был формала Тажикстандың территориаль берәмектәре менән бәйләнеш тота, — тип хәбәр итте форумда Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко.

Уның әйтеүе буйынса, тышҡы сауҙа әйләнешенең төп күләме Үҙәк, Себер, Волга буйы федераль округтарынан Тажикстанға поставкалар иҫәбенә формалаша, уларҙың өлөшөнә ике илдең дөйөм тауар әйләнеше күләменең 70 проценттан ашыуы тура килә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Алтай, Краснодар, Красноярск крайҙары, Ырымбур, Силәбе, Иванов һәм Һамар өлкәләре Тажикстанда үҙҙәрен әүҙемерәк күрһәтә.