10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2014 йыл, 14:43

Баш ҡалала китапханасыларҙы – «Мостай уҡыуҙары» проекттар фестивале еңеүселәрен тәбрикләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Марина Чепикова/. Кисәге Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған «Мостай уҡыуҙары» проекттар фестивале тамамланды. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала байрам концерты һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре араһында «2014 йылдың иң яҡшы китапханасыһы» республика конкурсы лауреаттарын һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Тантаналы сараны асып, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев: «Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған юбилей тантаналары яҡшы кимәлдә уҙҙы, республиканың бөтә мөйөштәрендә лә осрашыуҙар һәм әҙәби уҡыуҙар, күргәҙмәләр һәм тасуири уҡыу конкурстары уҙҙы. Беҙҙең менән бергә башҡа төбәктәрҙә лә шағирҙы иҫкә алдылар һәм уның бөтә Рәсәй, донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән тос өлөшөн билдәләнеләр тигән ышаныстабыҙ. Китапханалар ныҡ әүҙем булды һәм Мәҙәниәт министрлығы, Милли китапхана ойошторған конкурста ҡатнашыуға ижади яҡтан, ысын күңелдән ҡараны. Традицион бәйге китапхана тармағының кадрҙар потенциалын үҫтерә, Башҡортостандың дөйөм ҡулланыштағы китапханалары хеҙмәткәрҙәренең әүҙемлеген дәртләндерә», тине.

Шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова сараға йыйылғандарҙы Мостай Кәримдең ижадына тоғро ҡалғандары, китапханасыларға уҡыусыларға үҙҙәренең һөйөүен һәм белемен тапшырғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Конкурстың бөтә еңеүселәренә яңы ғына нәшер ителгән Мостай Кәрим тураһында хәтирәләр китабының бүләк вариантын тапшырҙылар.

— Тәҡдим ителгән проекттарҙа жюри айырыуса яңылыҡҡа, үҙенсәлелеккә, ижади алымға иғтибар итте. Мостай Кәримдең әҙәби мираҫын төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй кимәлендә күтәреүгә йүнәлтелгән проекттар өҫтөнлөклө булды, — тип һөйләне БР Милли китапхана директоры Айгөл Моратова. — Жюри эштәрҙе өс номинацияла баһаланы. Конкурсҡа йәмғеһе 103 эш ҡабул ителде.

Сибайҙан ғына туғыҙ ижади эш ебәргәндәр. «Иң яҡшы китапхана проекты» номинацияһында — 39 эш; «Үҙенсәлекле электрон ресурс» номинацияһында — 46 эш; «Мостай Кәрим. Китапханала театр» номинацияһында 18 эш баһаланған.

Республиканың 24 район һәм ҡалаһынан 36 китапханасы еңеүсе тип танылды. Уларға компьютер техникаһы алыуға бүләк сертификаттары тапшырылды. Бәләбәйҙән 1-се ҡасаба китапханаһы китапханасыһы Наталья Маликова – «Иң яҡшы китапхана проекты» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреаты.

«Китапханасы булдырған, үҙенсәлекле электрон ресурс» номинацияһында еңеүселәрҙе, оҙаҡ йылдар техник юғары уҡыу йортонда эшләгән, Әлфиә Кәримова бүләкләне. Благовещен районы Үҙәк район китапханаһы адынғы китапханасыһы Ольга Мөслимова бында иң яҡшыһы булды.

Байрам сиктәрендә бөтә иң сағыу эштәр билдәләнде. «М.Кәримдең фронт шиғриәте» Ижади лаборатория иң яҡшы китапхана проектын әҙерләү өсөн махсус бүләк менән Ауырғазы районының Өршәк ауыл китапханаһы китапханасыһы Миләүшә Зидиханова бүләкләнде.

Байрамға Милли китапхана Мостай Кәримгә арнап библиографик белешмә әҙерләп сығарған. Библиографик белешмәне төҙөү буйынса эш ике йыл дауам иткән. Шул уҡ көндө «Мостай Кәрим» тигән библиографик белешмәнең презентацияһы уҙҙы.