Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә яңы йыл каникулдарына тиклем дауам итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә яңы йыл каникулдарына тиклем дауам итәсәк. Бының хаҡта аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ҡала мэры Ирек Ялалов хәбәр итте.

— Тәүге тапҡыр бындай ҡарар ҡабул ителә, — тип айырып әйтте хакимиәт башлығы. — Ауыл хужалығы етештереүселәре йөрөгәнгә тиклем йәрминкәләрҙе уҙғарасаҡбыҙ.

Миҙгелле йәрминкәләр Өфө халҡы өсөн яҡшы йолаға әйләнде. Күп йылдар инде уларҙа республика райондарында үҫтерелгән аҙыҡ-түлек һатыла. Элек йәрминкәләр ноябрҙең урталарында тамамлана торғайны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ауыл хужалығы йәрминкәләрен уҙғара башлағандан алып Башҡортостанда 6717 тонна картуф, 4274,3 тонна йәшелсә, 675,9 тонна бал һәм 1490,5 тонна ит һатылған. Уларҙан өфөләр уҙған ял көндәрендә 620,3 тонна картуф, 620,3 — йәшелсә, 65,3 — бал, 210,2 тонна — ит һатып алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть