9 декабрь, Йома

28 октябрь 2014 йыл, 11:46

Өфө дәүләт авиация һәм нефть техник университеттары хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. БР Фәндәр академияһында республиканың алдынғы техник юғары уҡыу йорттары — Өфө дәүләт авиация техних университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында «Мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында»ғы килешеүгә  ҡул ҡуйылды. Документты ректорҙар Александр Дегтяровтың һәм Рәмил Бәхтизиндың ҡултамғалары менән беркеттеләр.

Өфө дәүләт авиация техних университеты ректоры билдәләүенсә, килешеүгә ҡул ҡуйыу, Өфө дәүләт нефть техник университеты мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, республика территорияһында инженер кадрҙарын әҙерләү өсөн бик етди нигеҙ булып торасаҡ.

— Бөгөн Рәсәйҙең инженер мәктәптәре үҙ үҫешенең бик мөһим баҫҡысында тора. Ике университетыбыҙ ҙа илебеҙҙең иң яҡшы ун университеты исемлегендә булыуына ирешергә теләйбеҙ, ә бының өсөн интеграция кәрәк, — тип айырып әйтте Александр Дегтярев. — Оҙаҡ ваҡыт эсендә республиканың ике инженер вузы араһында бындай киң масштаблы, төплө хеҙмәттәшлектең булмауы – ул дөрөҫ түгел, унан да бигерәк, илдең инновацион идеяларҙа, юғары квалификациялы инженерҙарҙа мохтажлыҡ кисергәндә. Өфө дәүләт нефть техник университетын юғары белем биреү өлкәһендә стратегик уҙаҡташ булараҡ ҡарайбыҙ, шуға күрә юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың тарихында беренсе тапҡыр бындай килешеү төҙөйбеҙ.

Бынан тыш, Александр Дегтярев иҫәпләүенсә, был хеҙмәттәшлек юғары белем биреүҙең үҙен, айырыуса инженер-техник белемде, яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

Өфө дәүләт нефть техник университетының ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Бәхтизин шулай уҡ университет өсөн был ваҡиғаның мөһим булыуын билдәләне.

— Беҙҙең күп кенә эшмәкәрлек йүнәлештәре яҡшы үҫешкән. Бына ошо берләшеү башланғыстарында Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берләшәбеҙ ҙә инде, ул ғилми планда университеттар өсөн яңы үҫеш импульсы бирәсәк. Сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында эшләйбеҙ, бер өлкәлә булған башланғыс эштәрҙе икенсеһенә күсереү мөмкин. Үҙ тармаҡтарыбыҙҙа лайыҡлы ҡаҙаныштарға эйә булып билдәле бер энергетик һөҙөмтәгә өлгәшә алабыҙ. Университеттарыбыҙҙы Рәсәйҙең генә түгел, ә донъяның алдынғыларына сығарырҙай яңы ҡаҙаныштарға ирешергә, — тип иҫәпләй Рәмил Бәхтизин. — Беҙ төрлө ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, федераль гранттарға дәғүә итә, бергәләп ғилми заявкалар бирә алыр инек. Уҡытыусыларыбыҙ бындай уртаҡ эштә ҙур ҡәнәғәт менән ҡатнашасаҡ. Университеттарыбыҙ араһында мәғариф, ғилми, техник бәйләнештәр нығынһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бынан студент отасаҡ, уның әҙерлек кимәленән тотош иҡтисад та.

Шулай уҡ яҡын ваҡыт эсендә ике диплом алыу менән был вуздарҙа белгестәр уҡытыу мөмкинлеген тикшереү күҙаллана. Сара барышында Өфө дәүләт авиация һәм нефть техник университеттары ректорҙары билдәләүенсә, быны ғәмәлгә ашырып була.

Бынан тыш, Башҡортостан Инженерҙар союзын булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Был ижтимағи ойошма университет йәмғиәте һәм корпоратив сектор араһында яҡшы нигеҙ һәм бәйләүсе өлөш булып тора алыр ине.