6 декабрь, Шишәмбе

28 октябрь 2014 йыл, 10:45

Иҫке Собханғол ауылында мәктәпте йүнәтәсәктәр һәм 120 урынлыҡ интернат төҙөйәсәктәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында мәктәпте йүнәтәсәктәр һәм 120 урынлыҡ интернат төҙөйәсәктәр.

Генераль подрядсыны билдәләүгә конкурс документтары дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Килешеүҙең башланғыс хаҡы — муниципаль заказды үтәүҙә банк оҙатыуы шарттары менән 374,1 миллион һум. Электрон аукцион 17 ноябрҙә уҙасаҡ.

Заказсы – Бөрйән районы хакимиәте. Проект район ҡаҙнаһынан (шул иҫәптән республика бюджетынан бюджет-ара трансферттар иҫәбенә), йыл һайын БР Хөкүмәте билдәләгән, бюджет йөкләмәләре лимиты сиктәрендә финансланасаҡ. 2014 йылға бюджет йөкләмәләре лимиты биш миллион һум күләмендә билдәләнгән, 2015 йылға — 158 млн 927 мең, 2016 йылға – 210,2 млн. Лимиттар аукцион һөҙөмтәләре буйынса асыҡланасаҡ.

Эштәрҙе 2016 йылдың авгусында тамамлау, объектты 2016 йылдың 15 декабренән дә һуңға ҡалмай файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.