5 декабрь, Дүшәмбе

28 октябрь 2014 йыл, 9:37

Билдәле театр сәнғәте белгесе Әминә Аралбаева яҡты донъянан китте

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле театр сәнғәте белгесе Әминә Аралбаева яҡты донъянан китте. Бының хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығында хәбәр иттеләр.

БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), БР һәм РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950) Әминә Кәшфи ҡыҙы Аралбаева 1928 йылдың 22 майында БР Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылында тыуған. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (1956 йылда П.А.Марковтың курсын) тамамлаған. Уҡыуҙан һуң йәш театр сәнғәте белгесен Башҡорт академия драма театрына әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһына йүнәлтәләр, унда ул 1982 йылға тиклем эшләй.

1950 йылдарҙа Әминә Аралбаева баш ҡаланың сәнғәт институтын тамамлаусы берҙән-бер театр сәнғәте белгесе була. Әминә Кәшфи ҡыҙы 22 йыл (1956-нан алып 1982-гә тиклем) бер театрҙа – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй, уның йәшәйешенең бөтә билдәле һәм серле сиктәрен өйрәнә. Ул Башҡорт театрына ысын ижади үрҙәргә ирешергә ярҙам итә, уның сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙең идея-художество кимәлен күтәреү өсөн көрәшә. Рус һәм башҡорт телдәрендә театрҙың ижадын төрлө-төрлө формала һәм жанрҙа – ябай мәғлүмәттән алып проблемалы мәҡәләләргә тиклем пропагандалап яҙа. Театрҙың әҙәби-драма бүлеге мөдире булараҡ, театр тормошоноң мөһим күренештәрен матбуғатта сағылдарыу өсөн республиканыҡы ғына түгел, ә Мәскәү гәзит һәм журналдары редакциялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, «ситтән» авторҙар йәлеп итә.

Әминә Аралбаева премьера постановкаларына асыҡ фекер алышыуҙар, актерҙарҙың ижад кисәләрен һәм юбилейҙарын, театр күргәҙмәләрен ойоштороуға күп иғтибар бүлә, театрҙың бөтә матбуғат продукцияһын – афиша һәм программаларҙан алып махсус реклама материалдары һәм гәзиттәр сығарыуға тиклем әҙерләй, архивты системалаштыра, коллектив менән Мәскәүгә, Урта Азияға, Ҡазанға гастролдәргә йөрөй.

Әминә Кәшфи ҡыҙының театр үҫешенә һалған тос өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

— Ул эшләгән йылдарҙа Мостай Кәримдең һигеҙ пьесаһы, Ибраһим Абдуллиндың туғыҙ, Нәжиб Асанбаевтың туғыҙ, Назар Нәжмиҙең биш, Әсхәт Мирзаһитовтың туғыҙ, Әнғәм Атнабаевтың туғыҙ пьесаһы сәнхнәлә ҡуйыуға ҡабул ителә. Ул рус драматургтары пьесаларының башҡорт теленә тәржемәләр авторы, — тип һөйләйҙәр театрҙа.

Әминә Аралбаева менән хушлашыу 29 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фойеһында уҙасаҡ.