Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө «Нур» татар театрының алдынғы актрисаһы Рәсимә Ғәйфуллина үҙенең ижад кисәһенә саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Шәмбе, 1 ноябрҙә, туған театрында үҙенең алтын юбилейын Өфө «Нур» татар театрының алдынғы актрисаларының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллина байрам итә.

Рәсимә Ғәйфуллина Салауат районының Лаҡлы ауылында тыуған. Өфө сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген (профессор Ғабдулла Ғиләзев курсын) тамамлаған. «Нур» театрында уға нигеҙ һалынғандан — 1991 йылдан алып эшләй. Йәш коллективтың үҫешенә бик ҙур өлөш индергән. 23 йыл эсендә ул тиҫтәләгән образ тыуҙырған, улар араһында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһынан Зөбәржәт, Мирхәйҙәр Фәйзинең «Аҙашҡан күңел» спектакленән Мәүиә һәм Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһынан Сәрүәр тамашасыларҙың күңеленә айырыусы хуш килгән, тип хәбәр иттеләр театрҙан.

Юбилейға арналған ижад кисәһе 1 ноябрҙә, киске сәғәт етелә «Нур» театрының Ҙур залында уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть