4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2014 йыл, 8:49

Республиканың туристик объекттары «Урал аръяғы 2014» күргәҙмәһендә тәҡдим ителде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың туристик потенциалы, Ҡурғанда уҙған, «Урал аръяғы 2014» күргәҙмәһендә күрһәтелде. Тәүге туристик күргәҙмәлә үҙ стендттарын шулай уҡ Ҡурған, Силәбе, Төмән өлкәләре һәм Ҡаҙағстан Республикаһы тәҡдим итте.

Башҡортостандан «Ольховка», «Аҡбуҙат», «Талҡаҫ» кеүек билдәле шифаханалар күрһәтелде. Ситтән тороп «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәге ҡатнашты. Башҡортостан экспозицияһы республиканың тәбиғи потенциалын һәм туризм индустрияһы мөмкинлектәрен күрһәтте. Белгестәрҙең баһаламалары буйынса, күргәҙмәлә ҡатнашыу эске туризм үҫешенә һәм комплекслы республика продуктын туризм баҙарына алға этәреүгә тәьҫир итә.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, Шадринск ҡалаһыныҡылар үҙҙәренең стендтарын милли стилдә биҙәгәйне, бөтә килеүселәргә лә традицион милли аш-һыу тәҡдим ителде. Ҡурған өлкәһенең «Ҡарағай урманы», «Урманлы республика» һәм «Автомобилист» шифаханалары үҙҙәренең объекттарын буклеттар менән күрһәтте.

Күргәҙмә стендттарын биҙәү һәм унда килеүселәр менән эш итеү регламенты юғары кимәлдә булды, тип билдәләй эксперттар. Быға күп йылдар халыҡ-ара һәм төбәк туристик күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу ваҡытында алған тәжрибә йоғонто яһаны.