2 декабрь, Йома

28 октябрь 2014 йыл, 8:16

Башҡортостанда 2,16 миллион ҡатын-ҡыҙға 1,9 миллион ир кеше тура килә — статистика

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда 2 миллион 162,3 мең ҡатын-ҡыҙ һәм 1 миллион 907,4 мең ир кеше йәшәй, тип иҫәпләгән Башҡортостанстат. Төрлө йәш категорияларында заттарҙың нисбәте ныҡ ҡына айырыла.

20 йәшкә тиклем, шулай уҡ 25-34 йәштәрҙә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан иҫәп буйынса өҫтөнлөк итә.  35-тән һуң ҡатын-ҡыҙҙар «лидерлыҡ итә» башлай, заттарҙың иҫәп айырмаһы халыҡтың олоғайыуы буйынса үҫә.

35-39 йәштәр категоряһында 138,3 мең ҡатын-ҡыҙға 130,4 мең ир кеше тура килә. 55-59 йәштәргә — 163,7 мең ҡатын-ҡыҙға 134,8 мең ир. 60 йәштән алып ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән 1,8 тапҡырға күберәк: тейешенсә, 459,7 мең һәм 256 мең.