4 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 16:51

«Turkvision-2014» конкурсына һайлап алыу турында билдәле башҡорт башҡарыусылары ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесе йома, 30 октябрҙә, Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡурай» дуҫтарын йыя» шоу программаһы уҙасаҡ. Сара сиктәрендә «Ҡурай» телеканалы «Turkvision-2014» икенсе Халыҡ-ара телевизион йырҙар конкурсына һайлап алыу турын уҙғарасаҡ һәм, жюри кәңәшләшкән арала, концерт күрһәтәсәк.

Жюри составына Башҡортостан, Татарстан, Төркиә вәкилдәре инәсәк. Эксперттар – «TMB-TV» Төркиә телеканалы генераль директоры һәм «Turkvision-2014» конкурс координаторы Ислам Баһиров, «Майҙан» компанияһы генераль директоры Дамир Дәүләтшин (Ҡазан). Жюри ағзаларының исемлеге, конкурста ҡатнашыусылар улар менән бәйләнешкә инмәһен өсөн, асылмай, тип аңлатты ойоштороусылар.

— Быйыл Ҡазанда үтәсәк, «Turkvision-2014» конкурсының һайлап алыу турында ҡатнашыуға 10 заявка ҡабул ителгән. Улар араһында – билдәле башҡорт башҡарыусылары Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, Ян Лира, Нәркәс Сиражетдинова, «Ҡарауан» төркөмө, шулай уҡ яңыраҡ эстрадала барлыҡҡа килеүсе, әммә тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөргән «ZAMAN» этно-шоу-проекты (Мәскәү), «Әс-сәләм» шоу-төркөмө, Артур Шугаюпов (Ҡазан), Руслан Тимерланов (Стәрлетамаҡ). Конкурста ҡатнашыусыларҙан Башҡортостандың тик бер генә вәкиле һайлап алынасаҡ, — тип һөйләне «Ҡурай» каналының баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева.

Концертта башҡорт сәхнәһе йондоҙҙары Светлана Арғынбаева, Вәхит Хызыров, Диана Ишниязова, Марсель Ҡотоев, Вилдан Яруллин, Гүзәл Аҫылбаева, Гөлсөм Бикбулатова сығыш яһаясаҡ. Махсус ҡунаҡтар — Әзербайжан һәм Төркиә вәкилдәре.

Проект киске сәғәт етелә башлана.