6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 16:01

Башҡортостан депутаттары һәм студенттары Рәсәйҙең милли идеяларын формалаштырыу юлдарын билдәләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары студенттары менән бергә йәштәр мөхитендә милли идеяны формалаштырыу проблемаларына фекер алышты. Мәсьәлә Башҡорт дәүләт аграр университетында «Милли идея – илдең эске сәйәсәт өлөшө» тигән түңәрәк өҫтәлдә күтәрелде. Инициаторҙары – Рәсәй Юристар ассоциацияһы Башҡортостан бүлексәһенең Йәш юристар советы, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы ҡарамағында Йәштәр йәмәғәт палатаһы.

Фекер алышыуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры, депутат Илдар Ғәбитов, БР Конституция суды судьяһы Фларит Моратшин, Өфө епархияһының йәштәр бүлеге етәксеһе, протоиерей Георгий Чибирев, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, Өфө вуздарының студенттар активы ҡатнашты.

Сәләмләү телмәрендә Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шағапова йәштәрҙең бөгөн уҡ киләсәк тураһында уйланыуҙарының, Рәсәйҙә милли идея кеүек мөһим проблемаларҙы тикшереүгә сығарыуҙарының әһәмиәтен айырып әйтте. Был мәсьәлә йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән тығыҙ бәйле һәм бөтә яҡтан өйрәнеүҙе талап итә, тип билдәне ҡатнашыусылар. Был темаға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да бер нисә ҡабат үҙ фекерен әйтеүе проблеманың мөһимлеген билдәләй.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары Никита Хрулев, Денис Шадрин, Кирилл Засименков, Диана Иҫәнғолова, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты студенты Александр Лукъянцев дөйөм темаға берләштерелгән – заманса Рәсәйҙең милли идеялары темаһына докладтар менән сығыш яһанылар.

Резолюция проекты түңәрәк өҫтәл эшенең һөҙөмтәһе булды, унда ҡатнашыусылар артабанғы эш йүнәлештәрен билдәләне. Хоҡуҡи дәүләткә һәм тотороҡло эшләүсе гражданлыҡ йәмғиәтен булдырыуға ынтылышлы илһөйәрлек хәрәкәте бында өҫтөнлөклө булып тора. Мәҙәниәттең һәм кешенең рухи нигеҙҙәренең мөһим роле, шулай уҡ заманса Рәсәйҙең милли идеяларын формалаштырыуҙа халыҡтың һәм дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеү кәрәклеге билдәләнде.