6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 15:13

Төбәк халҡы мосолмандар өсөн беренсе телефонды һатып ала аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан халҡы ноябрь аҙағында мосолмандар өсөн Рәсәйҙә беренсе кәрәҙле телефонды һатып ала аласаҡ. Етештереүселәр ҡоролманың демократик хаҡ сәйәсәте менән айырылып торасағын вәғәҙәләй.

Телефондың үҙенсәлеге – уның хәтеренә ғәрәп һәм рус телендә Ҡөръән тексының дүрт иң билдәле тәржемәһе яҙылған. Уңайлы меню сүрәләрҙе тиҙ генә ҡарарға, уҡыу өсөн кәрәкле тексты табырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә islam.ru.

«Намаҙҙар будильнигы» ҡуйылған ҡушымта телефондың тағы ла бер айырмаһы булып тора. Уның ярҙамында ҡоролма ҡулланыусының иле һәм ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте эшкәртә, унан һуң намаҙ уҡыу ваҡытын билдәләй һәм көнөнә биш тапҡыр тауыш сигналы менән уның етеүе тураһында иҫкәртә.

Ҡөръән тексын, шулай уҡ намаҙҙарҙың ваҡытын үҙ эсенә алған ҡушымта Play Market һәм App Store программалары булған заманса смартфондарҙа бар. Әммә, телефондың функциялары сикле булғандар өсөн, алдан ҡуйылған программалар ҙур өҫтөнлөккә әйләнәсәк.