10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 14:36

Өфөлә йәштәр медицина ғилми йәмғиәте вәкилдәренең XI съезы уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 29-31 октябрҙә Башҡорт дәүләт медицина университетында XI студенттар һәм йәштәр ғилми йәмғиәте вәкилдәре съезы уҙасаҡ, уның эшендә Рәсәй, ШОС һәм БРИКС илдәре медицина һәм фармацевтика юғары уҡыу йорттары студенттары һәм йәш ғалимдары ҡатнашасаҡ.

Форумда үҙҙәренең ҡатнашлығын Рәсәй Федерацияһының, шулай уҡ Ҡаҙағстандың (Ҡаҙағстан милли медицина университеты, Көнбайыш-Ҡаҙағстан дәүләт медицина университеты, Халыҡ-ара Ҡаҙағстан-Төркиә университеты, Ҡарағанда дәүләт медицина университеты, Семей ҡалаһы Дәүләт медицина университеты), Арменияның (Ереван медицина институты) 50-нән ашыу юғары уҡыу йорто раҫлаған. Тәүге тапҡыр Съезд эшендә Харбин медицина университеты (Ҡытай) вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт медицина университетының матбуғат үҙәгенән.

Буласаҡ табиптар студенттар һәм йәштәр ғилми йәмғиәте эшмәкәрлеген хоҡуҡи көйләүҙе ойоштороу; йәштәр ғилеме үҫешендә халыҡ-ара эш итеүҙәр; медицина һәм фармацевтика вуздары ҡарамағында инновацион эшмәкәрлек һәм бәләкәй инновацион предприятиелар буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк.

Съезд 29 октябрҙә 10 сәғәт 30 минутта Өфө ҡалаһы, Театр урамы 2/1 адресы буйынса тамашалар залында асыла.