9 декабрь, Йома

27 октябрь 2014 йыл, 12:28

Башҡортостанда эре һәм урта предприятиеларҙың 19,3 проценты файҙаһыҙ – статистика

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республикала файҙаһыҙ эре һәм урта предприятиеларҙың өлөшө ғинуар-августа, 2013 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырмаса, 0,4 процентҡа кәмеп, 19,3 процент тәшкил итә, тиелә Башҡортостанстат мәғлүмәттәрендә. Статистика мониторингына 1364 хужалыҡ субъекты инә.

Шул уҡ ваҡытта файҙа килтермәгән предприятиеларҙың дөйөм зыян күреүе 0,7 процентҡа үҫеп, 10,9 миллиард һумға еткән. Зыян күреүҙең төп суммаһы (5,4 млрд һум) эшкәртеүсе производстволарҙа алынған.