6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 11:56

Республика Президенты «Башҡортостан бройлеры» өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе

фото: Динар Кәлимуллин, БР Президенты матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан бройлеры» өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерҙе. Әлшәй районының Линда ауылында ҡошсолоҡ комплексы төҙөлә, проект ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң ул йылына 90 миллион йомортҡа һәм 130 мең тонна бройлер ите етештересәк.

Предприятиеның генераль директоры Олег Дробышев хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта йылына бройлерҙар гибридының 30 миллион тонна ҡеүәте менән проекттың беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылған. 2013 йылдан алып 18,6 миллион дана инкубация һәм 7 миллион дана аш йомортҡаһы етештерелгән. Әлеге ваҡытта компания йылына 60 млн йомартҡа ҡеүәте менән икенсе сиратты төҙөүгә тотонған.

Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, шулай уҡ БДБ илдәре төп тауар һатыу баҙарҙары булып тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең иҫәбе 206 кеше тәшкил итә, йәш кадрҙар әүҙем йәлеп ителә. Компанияның пландарында – предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн 600 йортлоҡ ҡаласыҡ төҙөү.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға был проектҡа бөтә яҡтан ярҙам күрһәтергә ҡушты, һәм уны тормошҡа ашырыу республика ҡаҙнаһына керемдең артыуына тәьҫир итәсәген билдәләне.