Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Әлшәй районында балалар баҡсаларына сират бөтөрөлдө

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Раевка ауылында 105 урынлыҡ балалар баҡсаһында булды. Мәктәпкәсә учреждение алдан буш ултырған бинала урынлашҡан, унда 2013 йылдың октябренән алып 2014 йылдың февраленә тиклем капиталь ремонт эшләнгән. Уны башҡарыуға сығымдар 12,5 миллион һум тәшкил иткән. Балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән солғап алыуҙы арттырып ҡына ҡалмай, ә 25 яңы эш урыны булдырырға ла мөмкинлек биргән.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итеүенсә, һуңғы ике йылда Шафран (25 урынлыҡ) һәм Раевка (25) ауылдарында мәктәпкәсә учреждениелар ҡарамағанда өҫтәмә төркөмдәр, шулай уҡ Идрис ауылында 25 урынлыҡ һәм Раевка ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсалары асылған. Шулай итеп, өҫтәмә 290 урын булдырылған, ул районда балалар баҡсаһына урын алыуға сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек биргән.

— Был яҡшы проект, – тине Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһын ҡарағандан һуң. – Бындайҙарға аҡса йәл түгел. 12 миллион һумға балалар өсөн 105 урын алдыҡ. Афариндар! Бындай идеялар күп булған һайын, республиканың социаль мәсьәләләрен һөҙөмтәлерәк хәл итә аласаҡбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть