11 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 8:46

Рөстәм Хәмитов: «Башкортостанда хоккей булды, бар һәм буласаҡ»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Әлшәй районына эш сәфәре барышында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслау менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.

— Башҡортостан Республикаһында хоккей булды, бар һәм буласаҡ. Һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы шулай уҡ булды, бар һәм буласаҡ. Яңыраҡ ҡына клубтың 50 йыллығын билдәләнек. Беҙҙең киләсәк быуын 100 йыллығын да, 200 йыллығын да билдәләйәсәк тип уйлайым. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһында ҙур хоккейҙың булыуына шикләнмәйем, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты был хәлде сәйәсәт менән бәйләмәҫкә һәм ошо тема менән файҙаланмаҫҡа саҡырҙы.

— Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты алып барған тикшереү эштәре менән бәйле, шул иҫәптән хоккей клубын финанслау менән шөғөлләнгән, эре хәйриә фондтарының береһенең проблемалары барлыҡҡа килде. Ул икенсе тема һәм, дөрөҫөн әйткәндә, хоккейға бер нисек тә ҡағылмай. Был фонд менән эште асыҡларға, уның ҡайҙан бындай миллиардттары барлыҡҡа килеүен, был аҡсаның ни өсөн Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһына барып етмәүен аныҡларға кәрәк. Быларҙың барыһы менән Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты һәм Генераль прокуратураһы шөғөлләнә. Улар асыҡлаясаҡ, был мәсьәләгә нөктә ҡуясаҡ. Ә көйәрмәндәргә борсолоуға урын юҡ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.