11 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2014 йыл, 8:18

Өфөлә «Башавтотранс» предприятиеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә, уҙған көндәрҙә, Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

— «Башавтотранс» – Рәсәйҙә автомобиль транспорты баҙарының иң масштаблы өс предприятиеһының береһе. Көн һайын предприятиеның автобустары ярты миллион пассажирҙы йөрөтә. Кешеләргә сәфәрҙәрҙең хәүефһеҙ, уңайлы һәм аҙ сығымлы булыуы мөһим. Шуға күрә республика етәкселеге ярҙамында «Башавтотранс» пассажирҙарҙың ихтыяжын максималь рәүештә ҡәнәғәтләндерергә тырыша, — тип билдәләне бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный.

«Эш сменаһы» корпоратив конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһының иң көтөп алынған мәле булды. «Иң яҡшы йәш водитель» номинацияһында 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһынан Павел Адреев еңеүсе булды. Ул 38 секунд эсендә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса 20 һорауға яуап ҡайтара алды. Иҫтәлекле статуэтканан тыш Павелға бүләк – ресторанға барыу сертификаты тапшырҙылар, унда ул тролейбус водителе булып эшләгән тормош иптәше менән бара аласаҡ.

«Автовокзалдың иң яҡшы кассиры» тип Туймазынан Ирина Зарипова танылды. Еңеүсе бәйләм бәйләү һәм балыҡ тотоу менән мауыға, шуға күрә конкурс бағыусылары уның өсөн махсус бүләк – балыҡсылыҡ креслоһы әҙерләгәйне.

Сибайҙан 21 йәшлек Ксения Владимирцева «Иң яҡшы йәш кондуктор» булды. Был вазифала ҡыҙ ике йыл ярым эшләй һәм предприятие етәкселеген үҙенең эшһөйәрлеге һәм эшкә иғтибарлы булыуы менән хайран ҡалдыра.

«Иң яҡшы йәш диспетчер» номинацияһында 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһынан Әлфиә Зәкиева, ә Мәләүездән Ришат Хәкимов «Техник контроль бүлегенең иң яҡшы механигы» булды. «Автомобиль ремонты буйынса слесарь» номинацияһында ике еңеүсе билдәләнде. Улар – 3-сө Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһынан Сергей Копылов һәм предприятиеның Нефтекама филиалынан Александр Ғизатов.

Байрам хөрмәтенә «Башавтотранс»тың 60-лап хеҙмәткәре корпоратив, ведомство һәм дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Иң яҡшы 22 белгестең исеме ғәҙәттәгесә предприятиеның почет таҡтаһына индереләсәк.

— Наградаларҙың бындай күплеге – предприятие эшенең күрһәткесе, — тип айырып әйтте БР Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитетының автотранспорт предприятиелары эшмәкәрлеген координациялау бүлеге начальнигы Рәмзис Искәндәров.