10 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 18:24

Урал аръяғында ағас эшкәртеү буйынса яңы предприятиелар барлыҡҡа киләсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Йылайырҙа Урал аръяғының урман сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә барышында Башҡортостан Хөкүмәте, «Green Technologies (Йәшел технологиялар)» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Рабика Энергия һаҡлау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында «Энергия һаҡлау технологияларын индереү маҡсатында ағас киҫеү һәм ағас эшкәртеү ҡалдыҡтарынан ағас яғыулыҡ гранулалары етештереү» инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу ниәте тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.

Кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм республика урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов рәйеслегендә үтте. Муниципаль район башлыҡтары һәм инвесторҙар ҡатнашты.

Урал аръяғында Баймаҡ һәм Йылайыр районының күп кенә предприятиелары ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсеп, юғары өҫтәлгән хаҡ менән үҙҙәренең етештереү ҡеүәтен үҫтерә. Мәҫәлән, Баймаҡта 20 миллион һумлыҡ инвестиция күләме менән «ПМК Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү цехы төҙөлө. Был предприятие 12 эш урыны булдырасаҡ. Бетерә ауылында «БашАгроФин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү заводы төҙөлә башланған, ул ике йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ һәм 27 яңы эш урыны булдырасаҡ. Инвестициялар күләме – 105 миллион һум.

Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был объекттарҙы ҡараны, шулай уҡ «Биоэнергетик компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең пеллет объекттарында, «Йылайыр урманы» БР дәүләт унитар предприятиеһының етештереү территорияһында, «Йорт төҙөүсе компания» яуаплылығы сиклән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү комплексында булды.

— Юҡҡа ғына ағас эшкәртеү предприятиелары Урал аръяғында тикшерелмәй. Һигеҙ урмансылыҡтың дөйөм урмандар майҙаны миллион ярым гектар самаһы тәшкил итә. Урал аръяғы территорияһының ағаслығы республикала иң юғары – 54 процент, ҡырҡыу өсөн билдәләнгән диләнкә 1,8 миллион кубометр тәшкил итә, — тине Илшат Тажетдинов.