7 декабрь, Шаршамбы

24 октябрь 2014 йыл, 17:10

Өфө аэропортының яңы халыҡ-ара терминалын 2014 йыл аҙағында асырға планлаштыралар

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында яңы терминалдың төҙөлөшө план буйынса бара – оптимистик прогноздарға ярашлы, уны 2014 йылдың аҙағында асасаҡтар. Бының хаҡта журналистарға Өфө аэропорты генераль директоры Александр Андреев хәбәр итте.

Яңы халыҡ-ара терминалының пассажирҙарҙы үткәреү һәләте сәғәтенә 800, йылына 1,3 миллион кеше буласаҡ.

— Үткәреү пункты ҡорамалдарын, рөхсәт документтарын рәсмиләштереүҙә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуған хәлдә бер аҙ тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал, — тип билдәләне Александр Андреев. — Был осраҡта яңы терминалды 2015 йылдың ғинуар-февралендә асасаҡтар.

— Был этапта үҙләштереләсәк дөйөм федераль саралар күләме 2,7 миллиард һумдан арта, — тине Александр Андреев, аэропортта башҡарылған эштәр һауа караптарын сифатлы хеҙмәтләндерергә һәм алдағы саммиттарға тулы әҙерлекте тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, тип өҫтәп.

Яңы терминал өсөн аэропортҡа технологик ҡорамалдар килтерелгән, шул иҫәптән багаж эшкәртеү, пассажирҙарға визуаль рәүештә мәғлүмәт еткереү системалары, төрлө һауа караптары төрҙәрен хеҙмәтләндерә алған өс телескоп баҫҡыс монтажланған. Халыҡ-ара линиялар терминалының дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Бинала ике ҡат буласаҡ. Беренсеһендә багажды теркәйәсәктәр, тапшырасаҡтар, сортлаясаҡтар, килгән пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәктәр – паспорт һәм таможня контролен үткәрәсәктәр. Икенсе ҡатта таможня контроленең йәшел һәм ҡыҙыл коридоры, паспорт контроле, дөйөм именлек зонаһы һәм халыҡ-ара осош рейстарын көтөү залы буласаҡ.

Өфө аэропортын үҫтереү перспективаһында – яһалма осоу-ултырыу һыҙаты курсоглиссад комплексын булдырыу, ул самолеттарҙы теләһә ҡайһы һауа торошо шарттарында ҡабул итә һәм оҙата аласаҡ.

Саммиттарҙы уҙғарғандан һуң аэродромды реконструкциялауҙың икенсе этабы башланасаҡ.