4 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 16:36

Учалы районы башлығы грантына 31 ижади эш дәғүә итә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Учалы  районында муниципалитет башлығы грантына һайлап алыу уҙа. Жюри хөкөмөнә 31 ижади эш күрһәтелгән. Һәләтле балалар һәм йәштәр өсөн грантҡа дәғүә итеүгә үҙ портфолиоларын 12 йәш кеше тапшырған.

Учалы районы хакимиәте башлығы наградаларын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы муниципаль мәҙәниәт учеждениеһына, һәләтле балаларға һәм йәштәргә булдырыу Мәҙәниәт йылына арналған.

Дәғүә итеүселәр «Иң яҡшы сәнғәт мәктәбе», «Иң яҡшы китапхана», «Иң яҡшы мәҙәни-ял итеү учреждениеһы», «Иң яҡшы ижади коллектив» (балалар, өлкәндәр) номинацияларында конкурс материалдарын 2014 йылдың 1 апреленән алып 1 октябренә тиклем тапшыра алды.

Алдағы көндәрҙә конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләйәсәк, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.