3 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 14:41

Республика делегацияһы мордва халҡының VI съезында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан делегацияһы Саранскиҙа (Мордовия) барған мордва (мокшан һәм эрзян) халҡының VI съезы эшендә ҡатнаша. Төбәк Мордва милли-мәҙәни үҙәктең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканан БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, үҙәк рәйесе Юлиә Герасимова етәкселегендә алты делегат, шулай уҡ ике күҙәтеүсе барған.

Съезда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотлау телеграммаһы йүнәлткән.

— Был иҫ киткес форум, шул иҫәптән беҙҙең республика өсөн дә, мөһим ваҡиға булып тора. Башҡортостанда бөгөн мордва халҡының 20 меңдән ашыу вәкиле йәшәй. Уларҙың тыуған телен, үҙенсәлекле йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау милли сәйәсәтебеҙҙең мөһим өҫтөнлөктәренең береһе булып тора, — тиелә республика башлығы ҡотлауында.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда мордва милләтенең 300-ләгән балаһы мәктәптә тыуған телен өйрәнә. Мордва милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәге уңышлы эшләп килә. 2011 йылда республикала мордва халҡының Рәсәй халыҡтары менән берҙәмләшеүенең мең йыллығына арналған Мордовия көндәре уҙҙы.