9 декабрь, Йома

24 октябрь 2014 йыл, 15:19

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» программаһы – «ТЭФИ-төбәк» финалсыһы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Физра. Махсус хәбәрсенең спорт блогы» («Физра. Спортблог спецкора») тигән программаһы  «Спорт тураһында программа» номинацияһында «ТЭФИ-төбәк» төп телевизион премия финалсыһы булды.

Спорт блогы алып барыусыһы, махсус хәбәрсе Егор Антипин үҙен төрлө спорт төрҙәрендә самалап ҡарай, был тармаҡта яңы кеше ҡарашынан уларға баһа бирә, тарихҡа инеп китә, тулы экипировканың күпме тороуын, Өфөлә күнекмә базаларының ҡайҙа урынлашыуын асыҡлай. Бер үк ваҡытта ул тамашасыларҙы профессионалдар һәм яңы башлаусы спортсылар менән таныштыра. «Теләһә ҡайһы спорт төрөн, уға етди ҡарағанда, үҙләштерергә мөмкин», — тигән фекерҙә алып барыусы.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы матбуғат секретары Альбина Ғатауллина хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы программалары бер нимә наградаға лайыҡ булды. «Журналист булғым килә» программаһы (режиссер Адель Һунарғолова, сценарий авторы Элина Бәкирова) «Журналист һөнәре» VI Мәскәү халыҡ-ара телефестивалендә махсус дипломға лайыҡ булды. «Торнаҡай» документаль фильмы (режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ҡолһарина һәм Гөлшат Ғәлиуллина) «Минең ҙур илем» III Төбәк-ара телевизион фестивалендә номинант булды, шулай уҡ «Торнаҡай» — «Кунаки» Төньяҡ Кавказдың VIII асыҡ документаль кино һәм автор телетапшырыуҙары фестивале финалсыһы.