10 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 12:39

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт буйынса эштәрҙе асыҡлау тәртибе раҫланды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләү буйынса планлаштырылған эштәр һәм (йәки) хеҙмәттәр төрҙәрен асыҡлау тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 475-се ҡарары менән раҫланған.

Планлаштырылған эштәрҙе күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте тикшереү буйынса комиссиялар асыҡлаясаҡ. Составында кәмендә биш кеше булған комиссияларҙы район (ҡала округтары) хакимиәттәре ойоштора. Комиссияла урындағы үҙидаралыҡ органдары, муниципаль торлаҡ контроле органдары, «БР Төбәк операторы» коммерцияһы булмаған ойошма (килешеү буйынса) вәкилдәре, шулай уҡ күп фатирлы йортта торлаҡ хужалары вәкиле булырға тейеш. Йортто тикшереү барышында комиссия боҙолған һәм капиталь ремонтты талап иткән төҙөлөш конструкцияһы һәм инженер системаһы элементтарын баһалай, бындай эштәрҙе (хеҙмәттәрҙе) башҡарыу сиратын билдәләү менән капиталь ремонт буйынса кәрәкле хеҙмәттәр һәм (йәки) эштәр теҙмәһен билдәләй.

Тикшереүҙән һуң биш эш көнө дауамында комиссия акт төҙөй, унда алған мәғлүмәтте ентекләп сағылдыра, һәм уны муниципаль берәмек хакимиәтенә тапшыра. Акттың күсермәһе шулай уҡ Төбәк операторына һәм күп фатирлы йортта торлаҡ хужалары исеменән эшләргә вәкәләт бирелгән кешегә йүнәлтелә.

Башҡортостан Республикаһының муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле муниципаль берәмектәр территорияһында күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләү республика программаларын ғәмәлгә ашырыуҙың ҡыҫҡа сроклы (өс йылға тиклемге ваҡытҡа) пландарын әҙерләгәндә билдәләнгән тәртипкә таянырға кәңәш ителгән.