11 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 11:44

Йәкшәмбегә ҡарата төндә Башҡортостан һуңғы тапҡыр ҡышҡы ваҡытҡа күсә

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Шәмбенән йәкшәмбегә ҡарата төндә Башҡортостан һуңғы тапҡыр ҡышҡы ваҡытҡа күсә. Сәғәт уҡтары бер сәғәткә артҡа күсереләсәк. Федераль законға ярашлы, был һуңғы тапҡыр буласаҡ – башҡаса республикала ваҡыт үҙгәрмәйәсәк.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә, 26 октябрҙән алып үҙ көсөнө инәсәк, яңы ваҡыт иҫәпләү тәртибен аңлатты. Бының хаҡта «Facebook»-та республика Президенты Хакимиәтенең рәсми битендә хәбәр ителә.

— Яңы ваҡыт беҙҙең бүлкәт географик ваҡытҡа яҡыныраҡ буласаҡ. Беҙҙә йәйге ваҡытты индергәндә төш көндөҙгө өсөнсө яртыла була ине, ә хәҙер икенсе яртыла буласаҡ. Кешенең биологик әүҙемлеге ҡарашынан был ыңғай күренеш, — тине Рөстәм Хәмитов.