4 декабрь, Йәкшәмбе

24 октябрь 2014 йыл, 10:59

Өфөлә заманса перинаталь үҙәк төҙөүгә подрядсы билдәләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Өфөлә республика перинаталь үҙәк төҙөүгә асыҡ конкурсҡа йомғаҡ яһалды. «Интерфакс» хәбәр итеүенсә, конкурс талаптарына һәм шарттарына тап килгән, тик бер генә заявка бирелә — Өфөнөң «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән. Контракттың башланғыс хаҡы 1 млрд 258,48 млн һумда килешеү хаҡы 1 млрд 220,73 млн һум тәшкил итәсәк.

130 койкалыҡ перинаталь үҙәк халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә план һәм ашығыс рәүештә акушер-гинекологик, неонаталь, анестезиологик һәм реанимация ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән.

Һигеҙ ҡатлы (цоколь һәм техник этаждарҙы иҫәпкә алып) үҙәк 3,2 гектар майҙандағы ер участкаһында төҙөләсәк. Төҙөлөш майҙаны 4,3 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Үҙәк бинанан тыш, территорияла майҙансыҡ эсендәге инженер селтәрҙәре һәм ҡоролмалар, дизель электр станцияһы, кислород-газ менән тәьмин итеү станцияһы, ике трансформатор подстанцияһы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансығы, 64 машиналыҡ өс автомобиль туҡталҡаһы урынлашасаҡ.

Эштәрҙе 2016 йылдың май аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткән,  Өфөлә перинаталь үҙәк төҙлөшө проекты 2013 йылдың апрелендә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән осрашыуҙа тикшерелде.

— Тыуым буйынса хәлдәр яҡшы, «плюс» менән алға барабыҙ. Былтыр 59 меңдән ашыу бала тыуҙы. Был һуңғы 20 йыл эсендә иң яҡшы һөҙөмтә. 1981-1982 йылдарҙа тыуым 60 меңдән арта, ә хәҙер — 59 100. Шул йәһәттән яңы перинаталь үҙәктәр, бала тыуыу йорттары төҙөүгә ихтыяж барлыҡҡа килә, — тип билдәләне ул саҡта Рөстәм Хәмитов.

— Һис шикһеҙ, республикала перинаталь үҙәк төҙөү кәрәклегенә ярҙам итәбеҙ. Бының хаҡта мин ил Президенты Владимир Путинға белгерттем. Был тәҡдим хуплау тапты, – тип хәбәр итте Вероника Скворцова.