4 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2014 йыл, 16:52

Ҡурғанда «Урал аръяғы биҙәктәре» хореография фестивале уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 һәм 5 ноябрҙә «Урал аръяғы биҙәктәре» X төбәк-ара хореография сәнғәте телевизион фестиваль-конкурсының йомғаҡлау этабы уҙасаҡ. Сара Ҡурған өлкә филармонияһы сәхнәһендә үтәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.

4 ноябрҙә өлкә филармонияһында хореография коллективтары сығыш яһаясаҡ. Улар араһында – «Ҙур Урал» һәм «Себер килешеүе» ассоциацияларына ингән, быйыл яҙ уҙған, өлкә территориаль этап еңеүселәре. Ул Новосибирскиҙан, Ульяновскиҙан, Екатеринбургтан, Түбәнге Новгородтан, Силәбенән һәм Ҡаҙағстан Республикаһынан ете коллектив. Өлкә Халыҡ ижады үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Урал аръяғын Ҡурған, төбәктең район һәм ҡалалары артистары күрһәтәсәк.

5 ноябрҙә шунда уҡ сағыу гала-концерт һәм «Урал аръяғы биҙәктәре» фестиваль-конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Краснодар крайы, Төмән һәм Силәбе өлкәләре белгестәре ингән, жюри төрлө йәш төркөмдәрендә «Традицион халыҡ бейеүе», «Стилләштерелгән халыҡ бейеүе», «Классик бейеү», «Эстрада бейеүе», «Заманса хореография», «Фристайл», «Балалар бейеүе» тигән номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Традицион фестиваль-конкурс 1994 йылдан алып уҙғарыла һәм быйыл үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Быйылғы байрам Мәҙәниәт йылына арналған.