Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан дәүләт регистраторҙары республика башлығының рәхмәт хатына лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов Федераль дәүләт теркәү һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен юғары профессионализм һәм республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында тәбиғәт әфате һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты менән дәртләндереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәхмәт хаттарына Краснокама районы һәм Нефтекама ҡалаһы буйынса, Яңауыл районы һәм ҡалаһы буйынса бүлектәр етәкселәре Вера Шафиҡова һәм Айгөл Мостафина, Федераль кадастр палатаһының Краснокама районы буйынса филиал бүлеге начальнигы Юлиә Сөләймәнова һәм Яңауыл районы буйынса Федераль кадастр палатаһы әйҙәүсе инженеры Алефтина Хәйҙәршина лайыҡ булдылар.

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы фажиғәнең (29 августағы) икенсе көнөнә уҡ көслө дауылдан зыян күргән төбәктәргә дәүләт кадастр иҫәбенә һәм хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған микроавтобус базаһында мобиль офис йүнәлтте. Ведомство белгестәре бөтә мохтаж булғандарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә теркәү документтарын әҙерләп тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть