9 декабрь, Йома

23 октябрь 2014 йыл, 16:07

Мостай Кәримдең 95 йыллығына рус һәм башҡорт телендә уның афоризмдар йыйынтығы сыҡты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең 95 йыллығына «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үҙенсәлекле баҫма әҙерләне. Бында башҡорт һәм рус телендә «Мостай Кәрим афоризмдары — Афоризмы Мустая Карима» афоризмдар йыйынтығы сыҡты, төҙөүсеһе – Факил Мырҙаҡаев.

Баҫмала мәңгелек йәшәйеш мәсьәләләре, кешелектең әхлаҡи-эстетик ориентирҙары тураһында Мостай Кәримдең фәлсәфәүи уйланыуҙары тәҡдим ителгән. Был фекерҙәрҙең ҡиммәте һәм тартып тороусанлығы – уларҙың йәшәү көсөндә, ҡабатланмаҫ булыуында, эскерһеҙлегендә. Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән һәм көндәлектәренән алынған афоризмдар бөртөктәре – ул тәрән аҡыллылыҡ сығанағы, үҙенсәлекле юл күрһәтеүсе йондоҙ, өлкәндәр өсөн һәм йәш быуын вәкилдәре өсөн дә тормош дәреслеге.