9 декабрь, Йома

23 октябрь 2014 йыл, 15:24

Өфөлә «Вики-Һабантуй 2015» уҙасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Киләһе йылдың апрелендә башҡорт телендәге Википедия бүлегенә 10 йыл тула. Был йәһәттән «Викимедиа РУ» — Рәсәй халыҡтары телдәрендә бер төркөм ғилми һәм мәғариф проекттарына ярҙам итеүсе, коммерцияһы булмаған ойошма «Вики-Һабантуй 2015» исемле юбилей саралары комплексын планлаштыра. Шуның менән бәйле төрлө конкурстар, лекциялар, оҫталыҡ кластары, экспедициялар уҙғарыласаҡ. Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, йәмәғәт, мәғариф, ғилми учреждениелар, нәшриәттәр һәм китапханалар менән хеҙмәттәшлектә уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу билдәләнә.

Төп сара – бөтәһе өсөн ирекле һәм асыҡ конференция (Йыйын), 2015 йылдың апрелендә Өфөлә уҙасаҡ. Рәсәй халыҡтары телдәрендә Википедияның 35 бүлек һәм оҡшаш википроект (Викисловарь, Викиучебник, Викицитатник, Викиновости, Викитека, Викиверситет, Викигид) мөхәррирҙәренең килеүе көтөлә. Шулай уҡ сит ил викимедияһы, атап әйткәндә, төрки телле Википедия вәкилдәренең ҡатнашыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта саралар планын виртуаль тикшереү һәм әҙерләү бара, унда һәр кем был проектты ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ идеяларын һәм ысын ярҙамын тәҡдим итеп ҡатнаша ала. Шулай уҡ ижади оҫтахана үҙ эшен башланы. «Вики-Һабантуй 2015»-тең төп логотип варианттары менән тәүге тәҡдимдәр бар, тип хәбәр итә ойоштороусылар.