10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2014 йыл, 14:49

Республикала 15 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы менән ауырып киткән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Киҫкен респиратор-вирус инфекцияһы менән уҙған аҙнала республиканың 15 меңдән ашыу кешеһе ауырып киткән, уларҙың 76,4 проценты – 17 йәшкә тиклемге балалар. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең (Роспотребнадзор) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, миҙгелле грипп менән ауырыу осраҡтары теркәлмәгән.

Өфөлә был ваҡыт эсендә 4800 кеше ауырып киткән, уларҙың 69,3 проценты — 17 йәшкә тиклемге балалар. Үткән аҙна менән сағыштырмаса ауырыуҙарҙың һаны 1,3 процентҡа кәмегән, шул уҡ ваҡытта ике һәм 7-14 йәшкә тиклемге ауырып киткән балаларҙың иҫәбе 7,1 һәм 4,5 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда миҙгелле грипҡа ҡаршы вакцинациялау буйынса кампанияһы дауам итә. Әлеге ваҡытта 370 меңләп кешегә прививка яһалған, йәғни дөйөм республика халҡының 9,1 проценты. Шул иҫәптән федераль бюджет сараларына — более 355 меңдән ашыу кеше, өҫтәмә финанслау сығынаҡтарына — 12,6 меңдән күберәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау