Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙарын ребрендинг көтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙарын ребрендинг көтә — улар Халыҡ-ара Евразия гуманистик форумына үҙгәртеп ҡороласаҡ. Форум концепцияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Университетының юғары уҡыу йорттары-уҙаҡташтары ғалимдары, вәкилдәре өсөн асыҡ майҙансыҡ формаһында саралар комплексын үткәреүҙе күҙ уңында тота. Үҙгәрештәр ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеү, Башҡорт дәүләт педагогия университетының ШОС Университеты составына инеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән бик күп эш бәйләнештәр менән бәйле, тип аңлатты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Михайлова.

2014 йылда Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 15-19 декабрҙә уҙасаҡ. Улар «Төркиәт һәм шәрҡиәт өлкәһендә заманса тикшеренеүҙәр контексында мәғрифәтселек традициялары», «Сәйәси-мәҙәни киңлектә филологик белем», «Хәҙерге заман мәҙәниәтендә педагогик һәм гуманистик аспекттар», «Мәғрифәтселек һәм милли һынлы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте», «Педагогик фәндәр һәм заманса белем биреү» йүнәлештәре буйынса үтәсәк. Конференция һөҙөмтәһе буйынса мәҡәләләр йыйынтығының матбуғат һәм электрон варианттарын нәшер итеү күҙаллана.

Аҡмулла уҡыуҙары республикала мөһим ваҡиға булып тора. Йәмғиәттең һәм мәғариф системаһының демократик үҙгәреү юлында Башҡортостан, Рәсәй, БДБ һәм ШОС илдәренең прогрессив педагогик йәмәғәтселеген бергә туплап нығытыу идеяһында нигеҙләнгән, ғилми форум күпселек ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә. Йыл һайын Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарында 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша, улар иҫәбендә РФ төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар. Ул мәғрифәтсенең ижади мираҫына һәм тотош мәғариф проблемаларына ғилми-педагогик йәмәғәтселегенең ҙур ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй.

Конференция тураһында тулы мәғлүмәт Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтында баҫылған. Электрон адрес: ruzal89@mail.ru, телефон (347) 273-26-09.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть