10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2014 йыл, 11:59

«Акбуҙатта ҡунаҡта» фольклор фестивалендә Күгәрсен районынан трио Гран-при яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаһында «Акбуҙатта ҡунаҡта» тип аталған балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фестивале уҙҙы. Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Ишембай райондарынан, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан туғыҙ ижади коллектив, 19 бейеү ансамбле һәм 16 солист башҡорт фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, хореографияны белеүҙә һәм халыҡ йырҙарын башҡарыуҙа көс һынашты.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль Гран-приһын «Солтанат яугирҙәре» бейеүе өсөн Күгәрсен районы триоһы яуланы. Жюри рәйесе, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәт Сөләймәнов ижади аралашыу даирәһендә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булараҡ фестиваль үткәреүҙең әһәмиәтен билдәләне.

«Акбуҙатта ҡунаҡта» фольклор фестивале тәүге тапҡыр 2012 йылда уҙғарыла. Ул үҫеп килгән быуындың халыҡсан башҡарыу оҫталығы йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, мәҙәни-ара диалогты үҫтереү, йәш таланттарҙы башҡорт халҡының иң яҡшы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлгөләренә ылыҡтырыу, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Көйөргәҙе районы хакимиәте һәм Күмертауҙа Республика халыҡ ижады үҙәгенең филиалы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге.