4 декабрь, Йәкшәмбе

23 октябрь 2014 йыл, 10:32

Йөҙ һәләтле уҡыусы Башҡортостан Президенты стипендияларын аласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Рөстәм Хәмитов сәнғәт, физик культура һәм спорт өлкәһендә профессиональ программаларҙы тормошҡа ашырыусы дөйөм белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларының һәләтле уҡыусыларына айлыҡ Башҡортостан Президенты стипендияларын тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Президент исемлегендә Өфө, Ағиҙел, Белорет, Күмертау, Межгорье, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларынан, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Ишембай, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла һәм Яңауыл райондарынан йөҙ кеше.