3 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2014 йыл, 9:54

Кесе театр художество етәксеһе Юрий Соломин Өфө тамашасыһын маҡтаны

фото: Олег Яровиков | видео: Ренат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Кесе дәүләт академия театры (Мәскәү) гастролдәре үтә. Театрҙың художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Соломин, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Потапов һәм генераль директоры Тамара Михайлова журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр.

— Һеҙҙең иҫ киткес ҡалағыҙ йолаларға бай. Театрға, әлбиттә, бөгөн бөтәһенә лә — медицинаға, мәғарифҡа, мәҙәниәткә кеүек үк, йәшәүе еңелдән түгел. Кисәнге спектаклдән һуң театрығыҙҙың етәкселеге менән аралаштыҡ. Беҙгә Өфөлә тамашасы тәрбиәле, материалда тәрбиәләнгән кеүек тойолдо. Ишеткән һәм аҙаҡтан алҡыштар булғанда күргән тамашасылар. Спектаклдән һуң тамаша залы баҫып торҙо – был тиккә генә түгел. Театр тамашасыны тәрбиәләй алған – быны беҙ һиҙәбеҙ. Ул балалар спектаклдәренән уҡ башлана, мәктәптән, хатта балалар баҡсаһынан өйрәтергә кәрәк, — тип иҫәпләй Юрий Соломин.

Кесе театр – иң элекке (1756 йылда Елизавета Петровна тарафынан нигеҙ һалған), традицион, билдәле Рәсәй коллективтарының береһе. Кесе театрҙың хәҙерге быуын артистары һәм режиссерҙары бай йолаларға бирелгәнлектәре менән айырыла һәм алдан эшләүселәрҙең тәжрибәһенә таяна. Кесе театрҙа авангард постановкаларҙың булыуы тураһындағы һорауға Юрий Соломин былай тип яуап ҡайтарҙы:

— Беҙҙә уның булыуы мөмкин түгел. Театр алдында Островскийҙың һәйкәле (кемдәрҙер беҙҙе хатта музей тип йөрөтә) тора. Беҙ ҡайһы берәүҙәр генә һаҡлай алғанды һаҡлайбыҙ. Боҙолғанлыҡҡа ҡырҡа ҡаршы сығыш яһайбыҙ. Хәҙер беҙҙә Островскийҙың 47 пьесаһынан 12 спектакль бара, йыл һайын уны яңылары менән тулыландырабыҙ. Күп кенә килеүселәр, сил ил кешеләре беҙҙең спектаклдәр буйынса рус телен өйрәнә, — тип билдәләне художество етәксеһе.

— Беҙ һеҙгә гастролгә дәүләт ҡушыуы буйынса килдек – беҙгә Мәҙәниәт министрлығы тарафынан аҡса бүленә. Әгәр иғтибар итһәгеҙ, беҙ Мәскәүҙә уйнаған кеүек килдек. Һәр спектаклгә икешәр фура декорациялар, костюмдар, үҙебеҙҙең грим һалыусыларыбыҙ, монтажлаусыларыбыҙ – тулы команда менән килгәнбеҙ. Гастролдәрҙә сиктән тыш ҙур аҡса эшләмәйбеҙ һәм хаҡтарҙы ла Мәскәүҙәгегә ҡарағанда байтаҡҡа түбәнерәк ҡуябыҙ, —тип аңлатты театрҙың генераль директоры.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Кесе театр Өфөлә 21 октябрҙән алып гастролдә. Кесе йома, 23 октябрҙә, өфөләр «Филумена Мартурано» тигән лирик комедияны (Э. де Филиппо, Стефано де Лука постановкаһы) ҡараясаҡ. 24 октябрҙә «Дәүләтте нисек алдарға» спектакле (Л.Верней һәм Ж.Берра, Владимир Бейлис постановкаһы) уҙасаҡ. Гастролдәр 25 һәм 26 октябрҙә Александр Остройвскийҙың «На всякого мудреца довольно простоты» комедияһы менән ябыласаҡ.

темалар: гастролдәр