10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2014 йыл, 16:09

Башҡортостанда ноябрь байрамдарына пенсиялар ваҡытынан алда түләнәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 2014 йылдың ноябрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республиканың почта элемтәһе ойошмалары пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе үҙгәргән графикка ярашлы таратасаҡ, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, шулай уҡ Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренка, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Өфө райондарында пенсия һәм башҡа түләүҙәрҙе 3 һәм 4 өсөн 3 ноябрҙә таратасаҡтар. Ҡалған райондарҙа һәм ҡалаларҙа 1 ноябрҙә — 3 ноябрь өсөн, 3 ноябрҙә — 4 ноябрь өсөн.

5 ноябрҙән алып пенсиялар һәм башҡа түләүҙәр ғәҙәттәге графикҡа ярашлы таратыласаҡ.

12 ноябрҙә — Һаҡлыҡ банкына һәм «Уралсиб»ҡа, 13 ноябрҙә ҡалған банктарға саралар күсереләсәк. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе 2014 йылдың октябренә пенсияларҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе билдәләнгән ваҡытта һәм тулы күләмдә таратҡан.

темалар: пенсия фонды