10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2014 йыл, 15:34

Өфө уҡыусыһы информатика буйынса халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң 153-сө лицейы унынсы синыф уҡыусыһы Иван Веселов (уҡытыусыһы – Александр Гильдин) информатика буйынса Азия һәм Океания олимпиадаһында алтын миҙал яуланы.

Информатиканы бик яҡшы белеүселәр араһында бәйге быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙҙы, унда Австралия, Ҡытай, Корея, Гонконг, Тайвань, Малайзия, Вьетнам, Иран кеүек 29 илдән 600-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Тәүге тапҡыр Рәсәй, Армения, Грузия, Израиль, Тажиҡстан, Төркмәнстан ҡатнашты. Олимпиадала 15 алтын, 32 көмөш һәм 52 бронза миҙалы  уйналды, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.