9 декабрь, Йома

22 октябрь 2014 йыл, 16:47

Рөстәм Хәмитов һәм «Рәсәй вертолеттары» генераль директоры Александр Михеев Башҡортостанда вертолет эшләүҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2014 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Рәсәй вертолеттары» холдингы генераль директоры Александр Михеев менән эшлекле осрашыу барышында республикала вертолет эшләүҙең торошон һәм уны үҫтереү перспективаларын тикшерҙеләр, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте. Атап әйткәндә, һүҙ, холдингҡа ингән, Күмертау авиация етештереү предприятиеһында «Ка» маркалы заманса вертолет техникаһын етештереү, 2014-2020 йылдарға етештереү тәьмин ителеше һәм ағымдағы контракт йөкләмәләренең үтәлеше, шулай уҡ предприятиены үҫтереү перспективалары тураһында барҙы.

Рөстәм Хәмитов Күмертау авиация етештереү предприятиеһының ҡала булдырыуҙа ролен билдәләне, ул бына инде 50 йылдан ашыу вертолет техникаһын сығара һәм 3700-ҙән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин итә. Башҡортостан Президенты, һуңғы ваҡытта күҙәтелгән халыҡ-ара һәм Рәсәй баҙарындағы уңышһыҙ конъюктура шарттарында, предприятиеға төрлө яҡтан ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.

— Һеҙҙең холдингҡа ярҙам итергә теләйбеҙ һәм беҙҙән талап ителгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был предприятиены (Күмертау авиация етештереү предприятиеһы) заманса, ихтыяжлы итергә кәрәк, уның продукцияһы шулай уҡ тейешенсә булырға тейеш.

«Рәсәй вертолеттары» холдингы генераль директоры Александр Михеевтың әйтеүе буйынса, предприятиела бөгөн етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау алып барыла, ул киләсәктә етештереү һөҙөмтәлелегән күтәреүгә һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһының тәьмин ителешен арттырыуға иҫәп тоторға мөмкинлек бирә. Предприятиеның тәьмин ителешен арттырыу һәм етештереүҙе диверсификациялау тураһындағы мәсьәлә ҡарала.

Бөгөн сериялы вертолеттар сығарыуға өҫтәп предприятиела «Ка» маркаһы вертолеттары өсөн агрегаттар етештереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Ка-62, Ка-52 һәм Ка-52К вертолеттарына йөрөтөүсе система агрегаттарын һәм йөрөтөүсе винттарҙың ҡалағын етештереү үҙләштерелә башланған.

2007 йылда ойошторолған «Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – вертолет эшләү тармағында донъя лидерҙарының береһе, Рәсәйҙә берҙән-бер вертолеттар уйлап сығарыусы һәм етештереүсе. «Рәсәй технологиялары» Дәүләт корпорацияһы составындағы, «Оборона сәнәғәте» Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының эйәрсән компанияһы. Холдинг составында – биш вертолет заводы, ике конструкторҙар бюроһы, шулай уҡ комплектлаштырыу изделиелары етештереү һәм хеҙмәтләндереү буйынса предприятие, Рәсәйҙә һәм уның ситендә һатҡандан һуң оҙатыуҙы тәьмин итеүсе сервис компанияһы. 2013 йылда холдингтың табышы халыҡ-ара финанс отчетлыҡ стандарттары буйынса 10 процентҡа үҫеп 138,3 миллиард һумға еткән, поставкалар күләме 275 вертолет тәшкил иткән.